Һандуғаслы тал. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Һандуғаслы тал

Һандуғаслы тал



Йәрең өҙөлөп һөйһөн тиһәң,
Шунан шәп им юҡ, тиҙәр -
Былбыл ҡунған тал сыбығын
Ҡырҡып ал да һуҡ, тиҙәр.

Тыным менән тартып алдым
Яҙҙарыма былбылды.
Эҙләп таптым ҡунған талын,
Тик күңелгә ни булды?!

Эҙләп алдым, өҙөп алдым,
Былбыл ҡунған суҡҡайын,
Өҙөп алдым, һыуға һалдым,
Үҙең ярат.
Һуҡмайым.